МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары арттырыла

Махсус хәрби операция буйынса эшсе төркөм хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын арттырырға тәҡдим итте. Федерация советы рәйесе урынбаҫары  Андрей  Турчак белдереүенсә, әле закон буйынса ер биләмәһе бер генә тапҡыр бирелә. Был иһә күп балалы ғаиләлә үҫкән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хоҡуғын сикләй. Шулай уҡ яугирҙәр өсөн ипотека буйынса процент түләүҙәрен бөтөрөү тураһында тәҡдим бар. Бынан тыш, хәрбиҙәр шәхси предприятие һәм ойошма теркәү өсөн дәүләт пошлинаһынан азат ителергә  тейеш, тигән фекерҙә  башланғыс  авторҙары.

Фото №1 - МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары  арттырыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ