Эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса алып барыла. 2 километр юл төҙөкләндерелә. Бының өсөн 66 миллион һумдан ашыу аҡса тотонола. - Шоссе Дим районын һәм Өфөнө тоташтырға төп магистраль булып тора, - тине Транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь МинАкова. Ремонтты август аҙағына тиклем тамамлау көтөлә.







