Башҡортостанда 3 меңдән ашыу кеше талпан ҡаҙалғандан һуң медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Уларҙың һәр өсөнсөһө - балалар. Был бөжәктәр энцефалит һәм боррелиоз һымаҡ хәүефле ауырыу йоҡтороуы ихтимал, ти табиптар. Тәбиғәткә сыҡҡанда иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Талпанға ҡаршы препараттар ҡулланырға мөмкин.







