Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Китап-байрам» икенсе халыҡ-ара китап йәрминкәһен асыу тантанаһында ҡатнашып, Совет майҙанында ойошторолған әҙәби майҙансыҡтар менән танышты. Рәсәй почтаһы күләмле сара символикаһы менән конверт сығарған, почта маркаһына йәрминкәне асып мисәт һуғылды. Шулай уҡ төбәк етәксеһе «Әҙәби прививка» акцияһынан да ситтә ҡалмай, яратҡан китаптарын бүләк итте. Быйыл күләмле сарала алты ил һәм Рәсәйҙең 18 төбәгенән ике йөҙҙән ашыу нәшриәт ҡатнаша. Эшлекле программа сиктәрендә баш ҡала тәүге тапҡыр Рәсәй яҙыусылар союзы пленумын да ҡабул итә.
Радий Хәбиров саҡырылған ҡунаҡтар менән бергә Өфөлә урынлашҡан бөйөк рус шағиры Александр Пушкин бюсы һәм рус яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Сергей Аксаковтың һәйкәленә сәскә һалыуҙа ла ҡатнашты. Биләмәлә әҙиптәрҙең шиғырҙары ла яңғыраны.



