Күләмле форум үҙәк майҙанда Джефф Монсон үткәргән зарядканан башланды. Ул ҡунаҡтарға, спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренә һәм студенттарға дөйөм физик әҙерлек, үҙ-үҙеңде яҡлауға йүнәлтелгән күнекмәләр комплексын тәҡдим итте. Форумға килгәндә, быйыл уның эшендә 10-дан ашыу дәүләт делегацияһы ҡатнаша. Тәүге көндөң рәсми өлөшөндә бизнес шерифтар өсөн форум ойошторолдо. Сарала һүҙ эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлдары, яңы йүнәлештәр тураһында бара. Быйылғы инвестиция һабантуйының яңылығы - төбәктәге креатив индустрияларҙың киләсәге буйынса стратегик сессия. Унда яңы башланғыстар тикшерелә. Шулай уҡ бай милли-мәҙәни программа ҡаралған. Мәҫәлән, быйыл тәүге тапҡыр самауыр конкурсы үтә.
Инвестиция форумы өс көндө үҙ эсенә ала. Тәүге ике көнө Сибайҙа үтһә, өсөнсө көндә ҡунаҡтар Әбйәлил районы һабантуйында ҡатнаша. Бөтәһе 100 миллиард һумдан ашыуға иҫәпләнгән хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу ҡаралған.



