Аҙна дауамында Өфөнөң өс театр майҙансығында 16 фестиваль спектаклен Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов етәкселегендәге эксперт советы ҡараны. Иң яҡшы спектаклдәр һигеҙ төп номинацияла приздар менән бүләкләнде. Фестивалдә Башҡортостандан Салауат башҡорт драма театрының «Ярлыҡау» спектакле «Милли классиканың заманса сиселеше номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Фестиваль еңеүселәренә тирмә формаһындағы статуэткалар тапшырылды.
Конкурста баш ҡала тамашасыһы Татарстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төньяҡ Осетия, Хакас, Сыуашстан, Ҡалмыҡстан, Абхазия, Тыва, Дағстан театр коллективтарының спектаклдәрен ҡараны. Сарала оҫталыҡ дәрестәре, театр тәнҡитселәре менән постановкаларҙы тикшереү, милли театрҙарҙың коллективтары менән остаршыуҙар үтте.
«Иң яҡшы ир - егет роле» номинацияһына ҡаҙаҡ драма театры ҡуйған «Карагоз» спектаклендә Нарш ролен башҡарғаны өсөн Бауржан Нурмаганбетов лайыҡ булды.



