Өфөнөң Совет майҙанында «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһе старт алды

Өфөнөң Совет майҙанында «Китап-байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһе старт алды, ул өс көн дауам итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров икенсегә уҙғарылған сараны асыу тантанаһында ҡатнашып, уның йәмәғәтселек өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Быйыл йәрминкәлә ҡатнашҡан нәшриәт, китап магазиндары артыуы күҙәтелә. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Рәсәй почтаһы «Китап байрам» символикаһы менән 300 мең дана конверт сығарған, почта маркаһына икенсегә уҙғарылған халыҡ-ара китап йәрминкәһен асып мисәт һуғылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Әҙәби прививка» креатив проектында ҡатнашып, шәхси китапханаһынан балалар йорттарына ике китап бүләк итеп, изге теләктәрен еткерҙе.

Төбәк етәксеһе почетлы ҡунаҡтар менән бергә йәрминкәнең күргәҙмә зонаһын ҡараны. Шулай уҡ үҙәк майҙанда сараны асыу тантанаһында ҡатнашты. Радий Хәбиров Өфөлә йәшәүселәрҙе өс көнлөк китап фестивале башланыу менән ҡотлап, йәрминкәнең ҙур социаль тәьҫире булыуын билдәләне. Башҡортостанға Остромирово Евангелие - славяндар яҙыуының иң боронғо ҡомартҡыларының береһе күсермәһе тапшырылды. Тиҙҙән ул Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы визит-үҙәге экспозицияһын тулыландырасаҡ.

Китап авторҙары менән осрашыуҙар, яңы баҫмалар презентацияһы, әҙәби конкурстар, билдәле әҫәрҙәр буйынса ҡуйылған спектаклдәр - программа бай һәм ҡыҙыҡлы. Яңы быуын китапханаларын булдырыу буйынса программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырған республика икенсегә Өфөнөң тарихи үҙәгендә китап һөйөүселәрҙе йыя.

Быйыл китап байрамда Белоруссия, Әзербайжан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан һәм Рәсәйҙең 18 төбәгенән ике йөҙҙән ашыу нәшриәт, китап магазиндары ҡатнаша. Билдәле яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған.

Китап йәрминкәһендә һәр кем күңеленә яҡын шөғөл таба ала. Республика китапханалары тарафынан балалар өсөн интерактив, үҫтереүсе уйындар ойошторола. Ғаилә менән уҡыу майҙансығы булдырылған. Ә бына әхмәтзәки вәлиди исемендәге милли китапхана уҡыусыларҙы һирәк осрай торған китаптар экспозицияһы менән йәлеп итә

Үҫеп килгән быуында китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу, илһөйәрлектә тәрбиәләү, халыҡ-ара дуҫлыҡ булдырыу - күләмле сара алдында ҡуйылған бурыстар күп. Өфөнөң Совет майҙанын йәнләндәреү, туризмды үҫтереү маҡсаты ла ҡуйылған.

«Китап-байрам»да ҡатнашыусылар өсөн Совет урамында гастрономик зона ла ойошторолған. Төрлө халыҡтарҙың милли ризыҡтары тәҡдим ителә, кулинария буйынса китаптар менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ үҙәк майҙанда йәш рәссамдар күләмле сараны сағыу төҫтәр менән ижади эштәрендә сағылдыра.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ