Быйылғы уҡыу йылын республикала 15 мең ярым ун беренсе һәм 51 мең туғыҙынсы синыф уҡыусыһы тамамлай. Тантаналы линейкаларҙа уҡытусыларға, мәктәп етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Сығарылыш уҡыусыларын алда ҙур һынау - Берҙәм дәүләт имтихандары һәм һөнәр һайлау көтә. Һуңғы ҡыңғырау байрамынан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Бейеү хәрәкәттәре, йыр һәм шиғырҙар ятланған - был көндө барыһы ла түҙемһеҙләнеп, бер аҙ тулҡынланып көтөп алған. 11 йыл элек тәүге тапҡыр беренсе синыфҡа барған кеүек мәктәп йылдары менән хушлашыу танатанаһына ла уҡыусылар етди әҙерләнгән. Өфөнөң 35-се белем биреү үҙәгендә һуңғы ҡыңғырау өс параллель класста белем алған 77 уҡыусы өсөн яңғыраны.
Тере оркестр оҙатыуында вальс, Ғәзиз Әлмөхәмәтов бюсына сәскә һалыу...Композитор исемен йөрөткән белем усағында республиканың төрлө район-ҡалалары, күрше төбәктәрҙән уҡыусылар белем ала. Шуға күрә байрам ҡунаҡтары - ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр ҙә алыҫ араларҙы яҡынайтып балаларының «һуңғы ҡыңғырау»ын ҡарарға килгән. Гимназияла музыка йүнәлешенә баҫым яһала. Уҡыу йортонда төплө белем биреү менән бер рәттән һәр уҡыусы нота, аккордатар, композицияларҙы ятлай, музыка ҡоралында уйнарға өйрәнә.
Тантанала Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының урынбаҫары Ирек Сәғитов уҡыусыларға аҡ юл теләне. Әйткәндәй, ул үҙе лә тап ошо гимназияны тамамлаған. Бер аҙ моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла ҡыңғырау сыңын 56 туғыҙынсы һәм 18 ун беренсе класс уҡыусыһы тыңланы.
Баш ҡала ҡыҙҙары һәм егеттәр өсөн байрам «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында үтте. Ҡыҙҙар һәм егеттәр парлашып, сағыу тамашала ҡатнашты. «Ватан» этнопаркында дөйөм ҡала вальсы өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Башҡортостан йәштәрен байрам менән Радий Хәбиров ҡотланы һәм мәктәп йылдарында балаларға ҙур терәк булған ата-әсәләргә, уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Сығарылыш уҡыусылары ҡаланың 450 йыллығына арнап Рим Хәсәнов музыкаһына ижад ителгән «Өфө йүкәләре» гранд-вальсын бергәләп бейене.
Радий Хәбиров та мәктәп вальсында әйләнде. Совет майҙанында ун беренсе класс уҡыусыларының береһе менән ул талғын бейеүгә ҡушылды.
Әлфинә Килдейәрова






