Радий Хәбиров Башҡортостан рустары соборының алтынсы съезында сығыш яһаны

Милләт-ара татыулыҡ - беҙҙең ата-бабаларҙан ҡалған төп мираҫ. Беҙ бер беребеҙгә ҡарата ихтирам, ауыр мәлдәрҙә терәк була белеүебеҙ менән көслө. Радий Хәбиров Башҡортостан рустары соборының алтынсы съезында сығыш яһап республика милли дуҫлыҡ өлгөһө тип белдерҙе. Был дуҫлыҡта рус мәҙәниәте төп берләштереүсе роль уйнай, ныҡлы рухи фундамент булып тора, тине төбәк башлығы.

Түңәрәк эсенә бер инһәң, тиҙ генә ысҡынырмын тимә. Хоровод үҙенә йәлеп итеп, өйрөлтөп, тарих төпкөлөнә алып инеп рухландырып сығара. Рус мәҙәниәте шул тиклем йомарт . Хороводта олоһона ла, кесеһенә лә, төрлө милләт вкилдәренә лә урын табыла.

Донъуи тарихта рус халҡының үткәне, хәҙергеһен боҙоп күрһәтеү барған осорҙа йәштәрҙе милли асылға , мәҙәниәткә ылыҡтырыу- йәмғиәтте һауыҡтырыуҙың бер сараһы. Ләкин рус халҡы балалайка һәм сабата ғына түгел. Беҙ үҙебеҙҙең бөйөк милләт, берләштереүсе, заманса ҡарашлы халыҡ икәнлегебеҙҙе дәлилләргә тейеш, ти съезд делегаттары.

Башҡортостанда миллион ярымдан ашыу рус халҡы йәшәй. Радий Хәбиров әйтеүенсә, рус теле республикала төрлө милләт һәм дин вәкилдәре өсөн дуҫлыҡ теленә әйләнгән. Республикала уны һаҡлау өсөн ҙур эш башҡарыла. Башҡортостан рустары соборының өлөшө лә был йәһәттән баһалап бөткөһөҙ.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, алда республиканы тағы ла ҙурыраҡ эштәр, халыҡ-ара кимәлдәге саралар көтә. Һәм был күп яҡлы эште башҡарыуҙа Рустар соборы активын төп ҡатнашыусылар һәм партнерҙар итеп күрәбеҙ, тине төбәк етәксеһе.

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ