Хәйбулла районы аша Ырымбур өлкәһенә тимер юл һалыныуы ихтимал

Уҙған быуаттың 80-се йылдарында проектланған мәсьәләне бөгөн тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре барлана. Был һорау Аҡъяр ауылында үткән ведомство-ара комиссия ултырышында ҡаралды. Сарала шулай уҡ ер аҫты байлыҡтарын сығарған компанияларҙың эшмәкәрлеге лә тикшерелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ведомство-ара комиссия ағзаларының сираттағы ултырышы. Был юлы фекер алышыу Хәйбулла районында ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарған компаниялар тураһында. Бөгөн төбәктә лицензия менән 15 ойошма эшләй. Иң эреләре комиссия алдында һүҙ тотто. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты ерҙәрҙе рекультивациялау һәм социаль учреждениеларҙы төҙөү буйынса сығыш яһаны. Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт докладтың матур яҙылыуын, әммә һандар рәсми отчеттан айырылыуын билдәләне.

Ерҙәргә рекультивация үткәреү проекты район хакимиәтенән раҫланырға тейеш. Эш тамамланғансы муниципалитет контролендә ҡала. Комиссия тарафынан баһалана. Предприятие эште федераль законға ярашлы башҡарырға тейеш. Күптәр быға битараф ҡарай. Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарын сығарып, карьерҙы шул килеш ҡалдырған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Ведомство-ара комиссияның төп бурысы - намыҫһыҙ эшләгәндәрҙе асыҡлау. Эш административтан енәйәти яуаплылыҡҡа тиклем барып етеүе ихтимал.

Роман Болотов, Тәбиғәтте файҙаланыу өлкәһен федераль күҙәтеү хеҙмәтенең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе

Район хакимиәте башлығы әйтеүенсә, Хәйбулла районы республика ҡаҙнаһын тулыландырыу, шул иҫәптән инвестиция проекттары уңышлы тормошҡа ашырылған алдынғы төбәк һанала. Тик, һуңғы йылдарҙа ауыр йөк тейәгән машиналар юл торошона ла кире йоғонто яһай.

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар менән беҙ был турала һөйләштек. Район хакимиәте яҡын арала киҫкен социаль участкаларҙы үҙе билдәләйәсәк. Ҡайҙа, ниндәй юлды тигеҙләү, ҡырсынташ түшәү, грейдер менән үтеү кәрәклеген муниципалитет хәл итә. Ә Яңы Ергән ауылы эргәһендә сафтан сыҡҡан күпер төҙөкләндереләсәк. Бының өсөн финанс сығымдар бүленгән.

Азат Бадранов, Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары

Ведомство-ара комиссия ағзалары Подольск халҡы менән дә осрашты. Фекер алышыуҙа ҡатнашҡан ауылдаштар йәмғиәттең төрлө тармаҡтарына бәйле һорауҙарына яуап алды. Улар иҫәбенә яҙғы сәсеү кампанияһының тотҡарланыуына килтергән юлһыҙлыҡ мәсьәләһе, мәҙәниәт йортоноң юҡлығы, киләсәктә Хәйбулла районы аша тимер юл һалыу мәсьәләһе инә.

84-се йылда мин связдә эшләгәндә Мәскәүҙән тимер юлы проектировщик килгәйне. Шул йылда уҡ туҡтаны ла ҡуйҙы. Бөгөн ошо һорауҙы бирҙем. Ыңғай яуап алдым. Шуға ҡыуанабыҙ. Сөнки, беҙҙең район горнодобывающий булғас, йыш юлдар боҙола.

Рәйес Рәхмәтов, Подольск ауылында йәшәүсе
Выборы 2026

Әйткәндәй, тимер юл һалына ҡалһа, ул сәнәғәт өсөн генә түгел, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү эшен дә яйға һалыуы ихтимал.

Подольск ауылын күсереү һорауы уҙған быуаттың 80-се йылдарынан күтәрелә. Ошо уҡ ваҡыттан алып Сибайҙан Ырымбур өлкәһенең Сара ауылына тиклем тимер юлын һуҙыу мәсьәләһе лә проекта ҡала. Уның әлегә тиклем тормошҡа ашырылмауына бәйле, урындағы социаль объекттар ҙа ремонт күрмәй, ваҡыт үтеү менән таушала башлай.

Ошоно иҫәпкә алып, республика башлығы иғтибары ярҙамында күптән түгел ауылда мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөкләндерелә. Яҡын арала модулле мәҙәниәт йортоноң сафҡа инеүе көтөлә. Подольск халҡы мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндереү буйынса ла район етәкселеге һәм «Башҡорт баҡыр» компанияһы тарафынан ойошҡанлы эш алып барыла. Район үҙәгенә күсергә теләүселәргә яңы биҫтәнән фатир тәҡдим ителәсәк. Бөгөн күп ҡатлы йорт төҙөлөшөнә майҙан әҙерләнә.

Һәр береһе менән шәхсән һөйләшеү алып барыла. Уларға бер нисә вариант тәҡдим ителәсәк. Халыҡҡа уңайлы булһын, төрлө йүнәлеш тәҡдим итәбеҙ. Халыҡ менән һөйләшеүҙәр көндәлек рәүештә алып бара тип әйтергә кәрәк. Бөтәһе әгәр ҙә 377 ғаилә иҫәпләнһә, уларҙың 120-ләп өйҙәрҙең документы булмауы асыҡланды. Бөгөн был эште тамамлап барабыҙ. Әле биш документ эшләү ҡалған. 84 кеше менән «Баҡыр ойошмаһы» килешеү төҙөп, уларҙың йортоң һатып алыуға өлгәшкән.

Рөстәм Шәрипов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы

Осрашыу һуңғыһы булмаясаҡ. Ведомство-ара комиссия ултырышында күтәрелгән һорауҙар теүәл бер айҙан тағы ҡараласаҡ.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ