Өфөнөң Совет майҙанында «Китап-байрам» икенсе Халыҡ-ара китап йәрминкәһе дауам итә

Күләмле сарала Белоруссия, Әзербайжан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан һәм Рәсәйҙең 18 төбәгенән ике йөҙҙән ашыу нәшриәт, китап магазиндары ҡатнаша. Билдәле яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған. Икенсе көндә ойошторолған программа менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

450 йыллыҡ юбилейға иң яҡшы бүләк - Китап йәрминкәһендә «Өфөләге каникулдар» тип исемләнгән китап халыҡ иғтибарына тәҡдим ителде. Санкт-Петербургтан килгән нәшриәт вәкилдәре балалар яҙыусыһы Алла Кузьминаның йыйынтығын халыҡ иғтибарына тәҡдим итте. Байрамдың икенсе көнөндә кибеттәрҙә айырыуса йәнлелек күҙәтелде. Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән килгән нәшриәт, китап магазиндары вәкилдәре лә Башҡортостанда уҙғарылған сараның мөһимлеген билдәләй.

Китап авторҙары менән осрашыуҙар, әҙәби сәғәттәр, яңы йыйынтыҡтар презентацияһы, шиғыр һөйләүселәр оҫталығы конкурсы - йәрминкәнең программаһы бай һәм ҡыҙыҡлы. Өфөнөң Совет майҙаны йәнә китап һөйөүселәрҙе берләштерҙе.

Китап-байрам сиктәрендә «Беларуссия - Башҡортостан араһында әҙәби бәйләнештәр» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл дә ойошторолдо.

Сарала ике республика вәкилдәре, яҙыусылары ҡатнашып, хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен барланы. Тәржемә эшен йәнләндереү ҡаралған. Тиҙҙән башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәре белорус телендә донъя күрәсәк. Антология әҙерләнә.

Китап йәрминкәһенә килгәндә, майҙан ҡунаҡтары өсөн башҡорт телен өйрәнеү буйынса майҙансыҡ та эшләне. Балаларға интерактив уйындар әҙерләнгәйне.

Китап байрамы ҡунаҡтары киләһе ярты йыллыҡҡа яратҡан баҫмаһына ла яҙыла ала. Шулай уҡ майҙанда хәйриә акцияһы үтә.

Майҙанда Ғаилә йылына арналған саралар ҙа ойошторолдо. «Шәжәрә байрамы» республика байрамында ҡатнашыусылар сәхнәгә сығып, йыр-моңға маһирлығын күрһәтте. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.

Өфөнөң Совет майҙанына йәш рәссамдар ҙа саҡырылғайны. Улар китап йәрминкәһендәге күренештәрҙе сағыу төҫтәрҙә сағылдырҙы.

Майҙанда «Әҙәби прививка», «Балаларға китап бүләк итегеҙ» акциялары ла дауам итә. Урында ойошторолған почта аша яҡындарға сәләм дә ебәрергә мөмкин.

Китап байрамда ҡатнашыусылар Өфө ҡалаһы тарихы музейының күсмә экспозицияһы менән таныша ала. Мобиль танып белеү майҙансығында интерактив макет һәм экспонаттар аша баш ҡалабыҙҙың тарихы, инфраструктура һәм транспорт үҫеше, иҫтәлекле урындары, билдәле шәхестәре тураһында тарихи мәғлүмәттәр килтерелгән. Ҡунаҡтарҙы Өфөнөң символы - һыуһар ҡаршылай. Уның менән иҫтәлеккә фотоға ла төшөп була.

Биләмәлә ҡул эштәре оҫталары ла йыйылған. Улар китап йәрминкәһенә махсус рәүештә сувенир продукцияһы әҙерләгән. Баш ҡала үҙәгендә күләмле сара иртәгә лә дауам итә.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ