Башҡортостанда «Яратам һине, тормош!» республика фествале уҙғарыла. Иглин районының 150-гә яҡын үҙешмәкәр һәләттәрҙе туплаған 30 ижади коллективы республика фестивале финалына сығыу өсөн көрәшә. Өлкән быуын вәкилдәре ярышы хаҡында киләһе яҙмала.
Өлкән быуын кешеләрен бер сәхнәгә тулаған гала-концерт иң сағыу номерҙарҙан тупланған. Хаҡлы ялдағылар быйыл да үҙҙәренең йәштәрсә дәртле булыуҙарын иҫбатланы.Улар сәхнәлә йырланы, шиғырҙар һөйләне, халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаны. Сығыш яһаусылар бөтәһе лә 55 йәштән өлкән.
Мәҙәниәт йорто фойеһында ойошторолған биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһендә һәр эш үҙенсәлекле.Райондың оҫта ҡулдары үҙҙәренең илһам менән ижад ителгән эштәрен тәҡдим итте. Экспонаттар араһында сигеү әйберҙәре, милли костюмдарҙа ҡурсаҡтар, күҙ яуын алырҙай нәфис брошкалар, алмаз мозаикаһы, бәйләнгән сәскәләр бар.
Фестивалдең зона этабы йомғаҡтары буйынса дипломанттар һәм лауреаттар билдәләнде.»Яратам һине, тормош» фестиваленең республика этабында Иглин районы данын «Пелеш» сыуаш халыҡ йыр ансамбле, Оло Тәләктән Радик Кәлимуллин, Аҡбирҙенән Алексей Горбунов, Сыуаш-Ҡыбауҙан Нина Казенцевалар яҡлаясаҡ.
Гүзәл Борханов



