Радий Хәбиров Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Арипов менән осрашты

Хеҙмәттәшлек аныҡ эш һәм проекттар кимәленә сыға. Радий Хәбиров Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Арипов менән осрашыуҙа ике республика араһындағы эшлекле бәйләнештәрҙе юғары баһаланы. Башҡортостан башлығы сит илдә рәсми делегацияны етәкләй.

Көн тәртибенә ике яҡлы эшлекле мөнәсәбәттәрҙе яңы кимәлгә күтәреү , иҡтисад һәм социаль өлкәлә берҙәм проекттар булдырыу мәсьәләләре сығарылды. Абдулла Арипов Рәсәй , шул иҫәптән Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек стратегик әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, ике йыл тығыҙ хеҙмәттәшлек осоронда бер-береңдең мөмкинлектәрен барлау этабы үтте. Хәҙер яҡтар аныҡ эштәргә һәм реаль проекттарға күсә. Иҡтисади хеҙмәттәшлек күперен нығытыу өсөн мөмкинлектәр күп, тине Башҡортостан башлығы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ