Төрлө дәүләттәрҙән килгән ҡунаҡтар Айғырбатҡан ауылы эргәһендәге майҙанда халҡыбыҙҙың кәсептәре, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышты, сәхнә оҫталары әҙерләгән мәҙәни программаны тамаша ҡылды, милли уйындарҙы, спорт ярыштарын ҡараны. «Беҙ бергә» тигән девиз аҫтында үткән һабантуйҙан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Һабантуй майҙаны иртәндән үк йыр-моңдан гөрләп тора. Ялан тирмәләр ҡаласығына әйләнгән, бында тиҫтәгә яҡын район үҙ тирмәһен ҡуйған, һәр береһе күсмә музей һымаҡ. Бында быуынға-быуынға тапшырылып килгән көнкүреш әйберҙәрен дә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе лә күрергә мөмкин. Шулай уҡ ауыл билмәләрендә эшләгән эшҡыуарҙарҙың күргәҙәмәре ойошторолған. Мәҫәлән, Әбйәлил районы Йәлембәт ауылында тоҡомло эт үрсетеү үҙәге эшләп килә, дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ дауалау эшен алып бара.
Ә был шпица тоҡомло бәләкәй генә эт Озерный ауылынан 10 йәшлек Оля өсөн әҙерләнгән. Ҡыҙға этте атаһы вәғәҙә иткән, әммә үҙе махсус хәрби операцияға юлланған. Үҙәк был изге бурысты атҡарып ҡуйырға ниәтләй.
Һәр райондың үҙенә генә хас кәсептәре, йолалары, ғөоөф-ғәҙәттәре бар. Халыҡ уларҙы ҡәҙерләп һаҡлай, быуындан-быуынға тапшыра. Әбйәлил районы кейеҙ оҫталары менән дан тота, мәҫәлән республикала тәүгеләрҙән булып Буранғол ауылында кейеҙ музейы асыла. Тағы ла бер үҙенсәлекле шөғөл-ат егеү өсөн ял, ҡойроҡ ҡылынан әйберҙәр үреү. Был ҡыларҡандар мәңгелек, ямғырға ла бирешмәй, серемәй ҙә, өҙөлмәй ҙә.
Төп тамаша «Беҙ бергә» тигән девиз аҫтында үтә. Сәхнә оҫталары илебеҙ өсөн ҡатмарлы мәлдәрҙә халҡыбыҙҙың берҙәмлеген театрлаштырылған сығыш аша сағылдырҙы. Майҙанға төрлө ырыу вәкилдәре сыҡты.
Һабантуй ҡунаҡтары халҡыбыҙҙың милли-мәҙәни хазиналары менән генә түгел, аш- һыуҙары менән дә танышты. Башҡортостан туризмды үҫтереү үҙәге халыҡты утта ҡурылған һарыҡ ите менән һыйланы.
Әбйәлил һабантуйы милли уйындарға ла, спорт ярыштарына ла бай булды. Көн боҙолоп тороуға ҡарамаҫтан йыйында һәр кем рухи йылылыҡ, дәрт алып таралды. Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусыһы Фәизйән Тайсин 40 йылдан ашыу физик тәрбиә уҡытыусыһы булып эшләй. Уҡыусыларым йыл да спорт ярыштарында ҡатнаша, еңеү яулай, ти тәжрибәле педагог.
Әбйәлил районы Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып һабантуйҙарға старт бирҙе. Киләһе аҙналарҙа һабан байрамы республиканың һәр төбәгендә гөрләйәсәк. Һабантуй халыҡ көтөп алған, яратҡан сараларҙың береһе, яҙ аҙағы йәй башының биҙәге. Ул хеҙмәт кешеһенә дан йырлауы, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен, ғөрөф ғәҙәттәрен, йолаларын пропагандалауы, быуындар күсәгилешлеген һаклауы менән әһәмиәтле.
Рәмзиә Кәримова



