Баймаҡ ҡалаһының биләмә-ара үҙәк китапханаһы иғлан иткән конкурс сиктәрендә ҡыҙыҡлы проект эштәре яҡлана. Ижади майҙан хаҡында киләһе яҙмала.
Күсей ауыл китапханаһы ҡарамағында 2018 йылдан «Сутылдаҡтар» ҡурсаҡ театры эшләй. Был юлы улар ҡунаҡтарға Сәриә Йыһаншинаның «Үҙ еребеҙгә үҙебеҙ хужа», Рәзилә Сәлихованың «Сәләмәт тәндә - сәләмәт аҡыл» әкиәттәрен тәҡдим итте. Һәүәҫкәр йәш актерҙар бер тулҡында уйнаны, тамашасы күңеленә әҫәргә һалынған тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡлау, яҡлау төшөнсәләрен еткерҙе.
Төркмән ауылы китапханаһы квест-уйын үткәрҙе. 4-се класс уҡыусыларына «Беҙ-патриоттар» проектына ярашлы Башҡортостаныбыҙҙың ете мөғжизәһенең береһе, халҡыбыҙҙың символы булған ҡурайҙы табыу бурысы ҡуйылғайны.
Бөгөн районда 40 китапхана эшләй. Улар йыл дауамында төрлө брендлы проект уҙғара. Бындай эш алымының маҡсаты - китапханаға халыҡты ылыҡтырыу, күңелле, мауыҡтырғыс саралар үткәреү.



