Уға Еңеү паркы эргәһендәге Ағиҙел буйында ашығыс хеҙмәт белгестәре юлыға. Ваҡиға урынына хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре лә бара. Ата-әсәһе улын таный. Эксперт тикшеренеүҙәре менән бергә, икенсе малайҙы эҙләү саралары дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 йәшлек Павел Паличев менән 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов 30 мартта юғалғайны. Шул ваҡыттан алып уларҙы ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр эҙләй. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.



