Иретеп-йәбештереүселәр Өфөләге «Торатау» конгресс-холына йыйылды. Баш ҡаланың төп майҙансыҡтарының береһендә «Сварка һәм тикшереү Фест» сараһы үтте.
Унда колледж студенттары, эш биреүселәр һәм федераль эксперттар ҡатнашлығында пленар ултырыш, конференция уҙғарылды. Осрашыуҙа конструкцияларҙы иретеп-йәбештереүҙә заманса ысулдар, кадрҙар мәсьәләһе, ойошмаларҙың техник үҫешенә ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды. Шулай уҡ күргәҙмә лә ойошторолдо. Унда Рәсәй буйынса эшләүсе компаниялар алдынғы ҡоролмаларҙы тәҡдим итте.
Әлеге ваҡытта иретеп-йәбештереүсе һөнәренә ихтыяж ҙур, сөнки һәр производствола тиерлек тимер конструкцияларҙы ялғау, тоташтырыу талап ителә. «Торатау» конгресс-холында үткән сарала компаниялар хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеү, ә эш эҙләүселәргә мауыҡтырғыс тәҡдимдәрҙе һайлау мөмкинлеге лә булдырылды.
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Иретеп-йәбештереү буйынса компетенция үҙәгендә һөнәри оҫталыҡ конкурстары үтә. Тәжрибәле белгестәр ике номинацияла, ә бәйгелә ҡатнашыусы колледж студенттары өс йүнәлеш буйынса көс һынашасаҡ. Конкурс еңеүселәре республика исемен ил кимәлендә яҡлаясаҡ.






