Өфөлә өс көн дауамында барған Халыҡ-ара «Китап-байрам» йәрминкәһе тамамланды

Халыҡ-ара «Китап-байрам» йәрминкәһендә 73 мең дана китап һатылған. Уларҙың дөйөм хаҡы 9 миллион һумға яҡынлашҡан. Был турала социаль селтәрҙәрә Радий Хәбиров яҙҙы. Өфөнөң 450 йыллығына арналған китап байрамы өс көн буйына барҙы. Йылдың иң сағыу һәм күләмле сараһын йомғаҡлау тантанаһы хаҡында киләһе яҙмала.

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова китапҡа арналған байрамдың ҡуйылған маҡсатына ирешеп, уңышлы тамамланыу уңайынан тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.

Тантанала «Урал батыр ерендә йыл китабы»нәшриәттәре араһында конкурс еңеүселәре бүләкләнде. Дағстан халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған әҫәрҙәрен яңынан баҫтырған «Дағстан» нәшриәт йортоноң «Ауыл Һәм планета шағиры» проекты Башҡортостан Башлығының махсус призы менән бүләкләнде. Проект буйынса 2023 йылда дөйөм тиражы 100 000 дананан ашыу булған 25 баҫма продукция нәшер ителгән.

Абруйлы жюри конкурста Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан төбәктәренән 30-ҙан ашыу нәшриәт ойошмаларынан 106 баҫманы баһаланы. «Китап планетаһы» номинацияһында «XIX быуат аҙағы - XX быуат башы почта открыткаларында Өфө « китабы өсөн (автор-төҙөүсе Виталий Федоров)»Мәҙәниәттәр диалогына өлөш индергән баҫма» номинацияһында - Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, «Хәҙерге заман белорус әҙәбиәте анталогияһы» китабы өсөн төҙөүсеһе Тәнзилә Дәүләтбирҙина еңеү яуланы.

Республикала сағыу ваҡиғаға әйләнгән «Китап-байрам» дың йомғаҡлау көнөндә шағир Һәм прозаик Рәшит Назаровтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан түңәрәк өҫтәл үтте. Осрашыуҙа шағирҙың яҡташтары, яҡындары һәм коллегалары ҡатнашты. «Йөрәгемдә - бөтә донъя» тематик күргәҙмәһендәге архив документтары шағирҙың тормошон, ижадын тәрәнерәк аңлау мөмкинлеген бирҙе.

«Китап-байрам» проектында Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм ете илдән: Белоруссия, Әзербайжан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Ирандан йәмғеһе 233 нәшриәт һәм китап һатыу ойошмалары ҡатнашты. Ике көн эсендә китап йәрминкәһенә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 130 мең кеше килгән.

Китап йәрминкәһендә өс сәхнәлә һәм 20 - нән ашыу башҡа майҙансыҡта 300-гә яҡын тематик сара уҙғарылған. «Әҙәби прививка» акцияһы сиктәрендә 500-ҙән ашыу китап йыйылған, «Донбасс һәм Рәсәйҙең яңы төбәктәре мәктәптәре өсөн китап йыйыу» акцияһы сиктәрендә уҡыусыларға 1000-дән ашыу баҫма тупланған. «Яҡшы подписка» акцияһында ҡатнашыусылар ғаиләләренә гәзит-журналдарҙы даими алыуға йөҙләгән квитанция алып ҡыуанды. Сара барышында теләгән һәр кем яҡындарына бушлай хәбәр ебәрә алды. «Китап-байрам» почтаһына 1000-дән ашыу хат ҡабул ителде.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ