«Өфө» футбол клубы беренсе лигала ҡатнашыуға ҡабаттан ғариза бирергә ниәтләй

Был хаҡта Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй футбол союзы «Өфө», «Кубань» һәм «Волгарь» командаларына киләһе миҙгелдә беренсе лигала ҡатнашыу өсөн лицензиялар биреүҙән баш тартты.

«Өфө» клубына килгәндә, тупланған документтар комплектына бер нисә өҫтәмә индергә кәрәк, уның буйынса эш алып барыла, тигән министр. Әле Евгений Харлачев тәрбиәләнеүселәре икенсе лигала тәүге баҫҡысты биләй. Һуңғы турҙа яҡташтарыбыҙ Липецк ҡалаһының «Металлург»ын 6:0 иҫәбенә ҡыйратты. Был «Өфө» клубының рәсми уйындарҙа яулаған иң ҙур еңеүе булды. Киләһе осрашыуҙы улар 30 майҙа Мәскәүҙә «Родина-2» командаһы менән үткәрә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ