Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ауыр йөк ташыған техника йөрөү, ҡар иреү сәбәпле асфальт һәм ер япмаһына зыян килгән. Ошо көндәрҙә Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында юлға таш түшәлә, соҡорҙар ямала. Бынан тыш, бер урында күпер төҙөкләндерелә.







