Башҡортостанда быйыл дәүләт иҫәбенә 13 газ тултырыу станцияһы барлыҡҡа килә

Республика Хөкүмәтендә үткән ултырышта “Энергетиканы үҫтереү” программаһы үтәләше ҡаралды. Автомобилгә газ тултырыу станциялары төҙөлөшө өсөн 468 миллион һум һалынған. Быйыл Иглин, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө райондары, шулай уҡ Өфө, Благовещен һәм Октябрьский ҡалаларында экологик проекттар тормошҡа ашырыла. 2020 йылдан республикала 5 меңдән ашыу транспорт сараһы метан яғыулығына күсерелгән. Быйыл был программа өсөн 55 миллион һум тотонола. Ултырышта транспортты газ яғыулығына күсереүҙе әүҙемләштереү бурысы ҡуйылды.

Фото №1 - Башҡортостанда быйыл дәүләт иҫәбенә 13 газ тултырыу станцияһы барлыҡҡа килә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ