Өфөлә шәхси пассажир ташыу компаниялары юл йөрөү хаҡын күтәрә

 Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 3 июндән ҡул аҡса һәм “Алға” транспорт картаһы менән иҫәпләшкәндә лә 41 һум түләргә тура килә. Бындай үҙгәреш алмаш кәрәк-яраҡ һәм яғыулыҡ-майлау материалдары, шулай уҡ автосервис хеҙмәттәренә хаҡ артыу һәм лизинг түләүҙәре күбәйеү менән аңлатыла. 3 июндән дәүләт автобустарында ла юл йөрөү хаҡы арта. Ҡулаҡса йәки банк картаһы менән иҫәпләшкәндә ул шулай уҡ 41 һум була, “Алға” транспорт картаһын ҡулланыусылар 34 һум түләй.

Фото №1 - Өфөлә шәхси пассажир ташыу компаниялары юл йөрөү хаҡын күтәрә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ