Унда коммерцияға ҡарамаған 84 ойошма һайлап алынды. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 155 миллион һум бүленә. Сәләмәтлек, физкултьура һәм спорт, ғаиләгә ярҙам итеү, социаль хеҙмәтләндереү йүнәлештәрендә иң күп эштәр тәҡдим ителгән. Өфө һәм Сибай ҡалалары, Ғафури районы вәкилдәре айырыуса әүҙемлек күрһәткән, тип хәбәр итәләр Республика Башлығы гранттары фондынан. Социаль әһәмиәтле проекттар 1 июлдән тормошҡа ашырыла башлай.







