Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, инициатив бюджетлау буйынса 7 йүнәлештә программалар ҡабул ителде. Бында Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү, “Реаль эштәр”, “Башҡорт ихаталары”, “Беҙҙең ауыл” кеүек проекттар инә. Улар араһында Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы айырыуса танылыу алды. Быйыл ауыл һәм ҡалаларҙа 661 проект һайлап алынды. Инициатив бюджетлау – Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына индерелде.







