Сығарылыш синыф уҡыусылары бөгөн рус теленән һынау тота. Был берҙәм дәүләт имтихандарында мотлаҡ предмет һәм ыңғай баһа алмай тороп урта дөйөм белем тураһында аттестация бирелмәй. Имтиханға инеү ҙә ябай түгел. Уҡыусылар декабрҙә үк инша яҙып уға инеү хоҡуғы ала. Бөгөн иһә улар тест ярҙамында белемен күрһәтә. Өфөнөң 94-се лицейында бөгөн 196 бала һынау тота. Йәмғеһе баш ҡаланың Совет районында 529 уҡыусы рус теленән имтихан тапшыра.
Баш ҡаланың 94-се лицейына иртә таңдан тотош Совет районының сығарылыш синыф уҡыусылары йыйыла. Ҡыйыу, ышаныслы, ныҡлы аҙымдар менән сафтарҙа.
Аделя мәҫәлән бер-нисә көн элек һыңғы ҡыңғырау байрамына яһаған прическа менән килгән. Имтихандар алдынан сәс йыуыу насар ырым. Йәнәһе уңышыңды ла бергә йыуып төшөрәһең. Хәйер мөһим һынауға әҙерләнеп биҙәнеү-төҙәнеү менән шөғөлләнергә ваҡыт та ҡалмай, ти үҫмерҙәр.
Олтораҡ аҫтына биш һумлыҡ тимер аҡса һалыу, китаптар өҫтөндә ятып йоҡлау, яҡшы өлгәшкән класташыңа тотоноп тороу... Уҡыусылар төрлө ырымдарға ышанып бара. Әммә тәү сиратта үҙеңдең белемеңә ышанырға кәрәк, ти улар.
Ә бына шпаргалкаларға ышанырға ярамай. Мәктәпкә ингәндә тәжрибәле ойоштороусылар барлыҡ йәшерен әйберҙәрҙе лә таба ала. Имтихан тапшырыусыла бер шешә һыу, шоколад һәм паспорт ҡына ҡала.
Уҡыусыларға рус теленән ике төрлө һынау тоторға ҡушыла. Тест һәм инша яҙыу. Был эштәргә өс сәғәт ярым в бирелә. Әйткәндәй, ваҡытты әрәм итмәҫ өсөн быйылғы имтихандар барышына үҙгәрештәр ҙә индерелгән.
Рус теленән тест уҡыусының төп ҡағиҙәләрҙе белеүен генә түгел, ә асыҡлау, анализ яһау, логик фекерләү кеүек сифаттарын да асырға ярҙам итә. Ә инша яҙыу иһә был ҡағиҙәләрҙе һәм һәләтте ғәмәлдә ҡулланыу мөмкинлеген баһалай.
Айнур Кәбиров



