Улар өсөн 3 мең ярымдан ашыу вакансия бар. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге, шулай уҡ "Рәсәйҙә эш" порталы аша урынлашырға мөмкин. 14 йәштән өлкәндәргә эшләргә рөхсәт ителә, тине Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Эшкә урынлашҡан балаларға хеҙмәт хаҡынан тыш матди ярҙам түләнә.







