Ул Әбйәлил районында урынлаша. Эшкәртеү комбинаты, 1 мең күскә иҫәпләнгән умарталыҡ, орлоҡ әҙерләү хужалығы булдырыла. 40 эш урыны асыла. Әҙер тауар кафе һәм ресторандарға оҙатыла. Проект өҫтөнлөклө статус алды. Инвесторға һалым ташламалары ҡарала, төҙөлөш сығымдарының бер өлөшө компенсациялана.




