Өфөлә яңы «Башҡорт ихаталары» барлыҡҡа киләсәк

Ихата биләмәләрен төҙөкләндереү программаһы Башҡортостанда 2019 йылдан республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән тормошҡа ашырыла. Биш йыл эсендә 1300-ҙән ашыу ихата төҙөкләндерелгән. Әлеге ваҡытта Степан Кувыкин һәм Октябрь революцияһы урамдарында ике ихата төҙөкләндерелә. Проектты тормошҡа ашырыу һәм киләсәккә пландар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

Элек бында иҫке бәүелсәктәр, бәләкәй карусель һәм ҡом өйөмө булған.Тиҙҙән улар урынында яңы, заманса майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк. «Башҡорт ихаталары» проекты ярҙамында көҙөн был ихата алды танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк.

Әлеге ваҡытта демонтажланғандан һуң бордюр таштары яңыртыла, иҫке терәүҙәр алына, пгс, ҡырсынташ килтерелә. Бөтә эштәр ҙә графикка ярашлы башҡарыла.

Илшат Насиров, Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге баш белгесе

Ихатаның яңы йөҙөн, унда башҡарылаһы эштәрҙе торлаҡ хужалары ике йыл элек дөйөм йыйылышта үҙҙәре үк хәл иткән. Шунда уҡ оҙаҡҡа һуҙмай төбәк программаһында ҡатнашырға ҡарар иткәндәр.

Беҙҙең районда халыҡ күп. Балалар ҙа күп. Балалар майҙансығы заманса йыһазландырылһын, ихата уңайлы булһын һәм йәшеллеккә күмелһен тип тырыштыҡ.

Любовь Алабужева, «Башҡорт ихаталары» программаһында ҡатнашыусы

Ихаталарҙы төҙөкләндереү программаһы күп яҡлы. Төп объекттарҙан тыш, күп фатирлы йортта йәшәүселәр техник шарттар булғанда башҡа эш төрҙәрен башҡарыуға ла ғариза ҡалдыра ала.

Быйыл апрелдә уҙған «Управдом» форумы ултырышында Башҡортостан башлығы, «Башҡорт ихаталары» программаһы ҡалаларҙан тыш та дауам ителәсәк, тип белдерҙе.

Проект республиканың инициативалы гражданларына иҫәпләнгән. Уны хужаларҙың ризалығы менән генә тормошҡа ашырырға мөмкин, ә бының өсөн йыйылыш үткәрергә, концепция әҙерләүҙә ҡатнашырға кәрәк.

Автомобиль хужаларына күберәк парковка урындары, йәш ғаиләләргә балалар майҙансыҡтары кәрәк. Бәхәстәр йыш килеп сыға.Әммә беҙ һәр кемдең ихтыяжын иҫәпкә алырға тырышыабыҙ.

Арыҫланбәк Хәйҙәров, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары
Выборы 2026

«Башҡорт ихаталары» программаһында ҡатнашыу өсөн дөйөм йыйылыш үткәрергә, тауыш бирергә һәм милекселәрҙән инициативалы төркөм йыйырға кәрәк. Милекселәр менән килешеүһеҙ төҙөкләндереү эштәре башҡарылмай. 2024 йылда республиканың 33 муниципалитетында 143 ихата биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Бының өсөн миллиард һум аҡса бүленгән.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ