«Ватан һаҡсылары» фондының Башҡортостан филиалында сенатор Олег Голов, фонд етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина граждандарҙы ҡабул итте. Улар төрлө һорауҙар мөнән килгән тиҫтәнән ашыу кешенең мөрәжәғәтен ҡараны.
Республикала «Ватан һаҡсылары» фонды филиалы бер йыл дауамында эшләп килә. Ошо осорҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙан һәм уларҙың ғаилә ағзаларынан 44 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән.
Төп проблемалар ярҙам сараларын билдәләү, юридик һәм медицина ярҙамы күрһәтеү, ветеран таныҡлығы юллау, протез алыу һәм башҡа социаль гарантиялар менән бәйле. Бөтәһе 41 мең һорау ыңғай хәл ителгән. Фонд халыҡты ҡабул итеүҙе даими ойоштора, был эшкә министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары йәлеп ителә.
Муниципаль берәмектәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һорауҙары менән 97 социаль координатор шөғөлләнә. Бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмай. Бөгөн граждандарҙы ҡабул итеүгә килгәндәрҙең күбеһе алғы һыҙыҡта хәбәрһеҙ юғалған туғандарын эҙләй. Шулай уҡ социаль ярҙам буйынса мөрәжәғәт иткәндәр ҙә бар.






