Ишембай районынан «Победа» ауыл хужалығы предприятиеһы ғына 12 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған. Малсылыҡ һәм үҫемлекселек йүнәлешендә егерме йылдан ашыу уңышлы эшләгән хужалыҡта БЮТ ижади төркөмө лә булды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Май һауа торошо тотороҡһоҙ булып, һуңғы аҙналарҙа ҡырау һуғыуға ҡарамаҫтан, ужым культуралары бирешмәгән. «Победа» ауыл хужалығы предприятиеһына ҡараған ике мең гектарҙан ашыу майҙандағы йәшеллек - буласаҡ уңыштың мул булыуына ишара. Биләмәгә ваҡытында минераль ашламалар индерелгән.
Ишембай районында 87 хужалыҡ иҫәпләнә, «Победа» предприятиеһы исеменән үк иң алдынғыһы булыуын күрһәтә. Быйыл сәсеү майҙаны арттырылып, ун мең гектарға еткерелгән. Ауыл хужалығы техникаһы даими яңыртыла. Ғинуарҙан алып ҡына 80 миллион һумға яңы трактор, комбайн-агрегаттар алынған. Механзиаторҙар өсөн уңайлы эш шарттары булдырыла.
«Победа» предприятиеһына егерме йылдан ашыу Геннадий Лейтер етәкселек итә. Ошо ваҡыт эсендә ул - хужалыҡты малсылыҡ һәм үҫемлекселек өлкәләрендә алдынғы урындарға сығарған. Былтыр дәүләттән 12 ярҙам сараһы алынған. Быйыл иген һаҡлауға өс яңы склад ремонтлана. Әле участкала төҙөлөш эштәре ойошторолған.
Геннадий Лейтер хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә генә түгел, урындағы халыҡҡа, Петровское ауылы балалар йорто, участка дауаханаһы, мәктәп һәм мәҙәниәт йортона әүҙем ярҙам итә. Махсус хәрби операция башланыу менән алғы һыҙыҡтағыларға гуманитар ылау туплауға ла ҡушылған. Дрондар, автомобилдәр, аҙыҡ-түлек тупланмалары, дарыуҙар - дөйөм алғанда күрһәтелгән ярҙам күләме ете миллион һумға еткән.
Хужалыҡтың үҫеш юлында булыуы, тәү сиратта, дәүләт программаларында әүҙем ҡатнашыуға бәйле. Предприятие йыл һайын сәсеү майҙандарын арттыра, комбайн-тракторҙарын яңырта. Иң мөһиме - ошо биләмәлә йәшәгән халыҡҡа ла хәстәрлек күрһәтелә. Әйткәндәй, хужалыҡта ла бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә Петровское һәм яҡын тирәләге ауылдарҙан. Эшсе ҡулдар етерлек. Был да урындағы етәкселектең дөрөҫ йүнәлештә, уңышлы эш алып барыуын билдәләй.
Гөлназ Хәйбуллина






