Бөгөн Рәсәйҙә сик буйы ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Йәшел фуражкалылар байрамы илдең бөтә төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла үтте. Өфө пограничниктары Еңеү паркында йыйылып, йола буйынса бер-береһен байрам менән ҡотланы, ветерандарға хөрмәт күрһәтте һәм һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Ил сиген һаҡлаусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.
Өфөнөң Еңеү паркы иртәнән алып пограничниктар менән тулы. Йәшел фуражкалылар өсөн бында тантаналы саралар ойошторолған. Һуғыштан һуң илдең элиталы ғәскәрендә Башҡортостандан ғына 350 мең самаһы кеше хеҙмәт иткән. Улар араһында - 12 генерал һәм адмирал, меңләгән офицер һәм прапорщик иҫәпләнә. Сик һаҡсылары беренсе булып дошман һөжүмен ҡабул итә. Бөгөн дә сик буйы ғәскәрҙәре дәүләтебеҙ именлеге өсөн ышаныслы ҡалҡан булып тора.
Байрам сараһында пограничниктарҙы Башҡортостан башлығы исеменән Ирек Сәғитов тәбрикләне. Вице-премьер үҙе лә ваҡытында Төркмәнстанда СССР-ҙың дәүләт сиген һаҡлай.
Сик буйы ғәскәрҙәре Рәсәй Ҡораллы көстәренең иң мобиль һәм төп төркөмдәренең береһе. Уларҙың иңендә меңдәрсә километрҙарға һуҙылған сиктәрҙең именлеген тәьмин итеү ята. Был ҡоро ерҙәр генә түгел, хәүефһеҙлек диңгеҙ һәм һауа сиктәрендә дә һаҡлана.
Әйткәндәй, һуңғы 20 йылдан ашыу ваҡытта егеттәр сик буйы ғәскәрҙәренә саҡырылмай. Сөнки сик буйы хеҙмәте, үҙаллы орган булараҡ, 2003 йылда тулыһынса бөтөрөлә. Уның урынына федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы хеҙмәте ойошторола. Шулай ҙа быйылғы яҙғы саҡырылышта тәүге 50 егетте кисектергеһеҙ хеҙмәт буйынса элиталы ғәскәргә саҡырыу ҡарала.
Сарала иң яҡшы ветерандарға рәхмәт хаттары тапшырылды. Һуңынан бөтә йыйылыусыларҙың тантаналы маршы үтте. Байрамдың рәсми өлөшө Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу менән тамамланды.
Илдар Байбулатов






