Өфө районы Жуков күлендә ҡотҡарыусылар 4-се разрядлы водолаз таныҡлығын алыуға һынау тотто

Ҡотҡарыусылар һөнәри белемен камиллаштыра. Өфө районы Жуков күлендә бөгөн улар 4-се разрядлы водолаз таныҡлығын алыуға һынау тотто. Бының өсөн белгестәр өс аҙналыҡ уҡыу үтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Рафаэль Халиҡов ҡотҡарыусы булып икенсе йыл эшләй. Был тармаҡҡа ла ул күңел ҡушыуы буйынса килгән. Бөгөн белемен камиллаштырыу маҡсатында водолаз һөнәрен үҙләштерергә махсус уҡыу үтә.

Һөнәр үҙләштереү өсөн ҡотҡарыусылар 234 сәғәтлек уҡыу үтә. Уның барышында улар һыу аҫтында ҡулланылған ҡорамал төрҙәре менән танышһа, бөгөн Жуков күлендә һынап ҡарау мөмкинлеге бирелде. Бының өсөн махсус ялан лагеры ла ойошторолдо.

Әлеге сара йәйге миҙгелгә әҙерлек тә булып тора. Шуға ла урында сценарий буйынса ҡотҡарыусыларға төрлө ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килде. Ҡорамалдарҙы дөрөҫ файҙаланыу менән бергә, һыу төбөнән манекенды сығарыу бурысы ҡуйылды. Әлбиттә, сара үтәлешен ярҙан тәжрибәле белгестәр ҙә күҙәтте.

Квалификацияһын улар теүәл бер йылдан нығыта ала. Ул саҡта 4-се разряд менән 12 метр урынға, тағы ла тәрәнерәккә төшөү мөмкин буласаҡ.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ