Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған ижади бәйгелә республика халыҡтарының туған телдәрендә әкиәт һөйләүселәр ҡатнашҡайны. Конкурсҡа балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары һәм ғаилә фольклор коллективтарынан барлығы 500-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Йәш әкиәт һөйләүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Сәхнәлә һәм залда «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсы еңеүселәре. Халыҡ ижадын һөйөүсе малай-ҡыҙҙар Өфөнөң яңыртылған Ҡурсаҡ театрында үҙҙәрен әкиәт донъяһында кеүек хис итә. Тантаналы сараға балалар республиканың төрлө мөйөштәренән йыйылған.
Камилла Әхмәтшина жюри ағзаларын «Ай менән Зөһрә» әкиәтен һөйләп әсир иткән. Әле балалар баҡсаһына йөрөгән ҡыҙ киләсәктә лә был конкурста ҡатнашырға уйлай.
Тағы бер еңеүсе - Амелия Моталлапованың шатлығын уртаҡлашырға, алыҫ араларҙы яҡынайтып, Ейәнсура районынан өләсәһе менән олатайы ла килеп еткән.
Ойоштороу комитеты 500-ҙән ашыу эш ҡабул иткән. Дүртенсе төбәк-ара «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, ғаилә фольклор коллективтары ҡатнаша алды. Салауат районынан Йосоповтарҙың ижади номеры иң яҡшыларҙың береһе тип билдәләнде.
Тантаналы сарала малай-ҡыҙҙар махсус бүләктәргә лә лайыҡ булды. Улар уҡыу йорттары, матбуғат баҫмалары, «Тамыр» телеканалы, төрлө ойошмалар тарафынан әҙерләнгән. Әйтәйек, «Аҡбуҙат» балалар журналының махсус бүләге менән 4 йәшлек Нурсолтан Фазылов бүләкләнде. «Кәкүк менән ҡарға» әкиәтен ул беҙгә лә һөйләп ишеттерҙе.
Быйыл конкурста ҡатнашыусылар әкиәттәрҙе башҡортса ғына түгел, республика халыҡтарының туған телдәрендә лә һөйләне. Тағы бер яңылыҡтарҙың береһе - яңы номинация булдырылған. Халыҡ әкиәттәре мотивы буйынса төшөрөлгән һүрәттәр һәм ҡул эштәре айырым баһаланды. Шулай уҡ ижади бәйгенең географияһы ла киңәйгән.
Рухлы, тәртипле, зирәк малай-ҡыҙҙар әкиәт һөйләп кенә ҡалмай, туған телдәрен, мәҙәниәтте үҫтерә. Тап улар республикабыҙҙың яҡты киләсәген яҙыр.
Әлфинә Килдейәрова



