Инжиринг- теге йәки был предприятиеға инвестициялар йәлеп итеү өсөн төплө йөкмәткеле, фәнни-техник яҡтан нигеҙләнгән материал әҙерләү. Уға проект-конструктор, тикшеренеү, етештереү, иҫәп-аналитика характерындағы хеҙмәтттәр инә. Сөнки бөгөнгө баҙар шарттарында күп предприятиелар продукция етештерә, әммә тауарҙы киң сауҙа әйләнешенә сығара белмәй.
Инжиринг ошо йүнәлештәге эшмәкәрлекте камиллаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Осрашыуҙа сәнәғәт, ауыл хужалығы предприятиелары вәкилдәре, инновация продукцияһы етештереүселәр ҡатнашты. Улар алдында билдәле экспертттар сығыш яһаны.






