Ил һағына баҫыусыларға бер тапҡыр 600 мең һумға тиклем аҡса түләнә. “Алғы һыҙыҡта батырлыҡ күрһәткәндәргә премия тапшырыла”, - ти Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр инвлидтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, республика парламенты депутаты Әлфит Ниғмәтйәнов.
Әлфит Ниғмәтйәновҡа хәрбиҙәрҙең аҡсаға бәйле проблемаларын да хәл итергә тура килә.
Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләгәндәргә 117 телефоны буйынса белешмә бирелә. Ситуация үҙәгенең телефоны: 122 йәки 8 (347) 218-19-19. Контракт буйынса хеҙмәткә һайлап алыу пункты Өфөнөң Революция урамындағы, 156-сы йортта урынлашҡан. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләренә льгота ҡаралған.







