Республика Хөкүмәтендә үткән ултырышта дәүләт ярҙамы биреү тәртибе ҡаралды. Быйыл халыҡ кәсептәре ойошмаларына 11 миллион һум тапшырыла. Был аҡса сеймал һәм ҡорамал һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға тотонола. Республикала кәсепселәргә ярҙам күрһәтелә. Былтыр ҡул оҫталары 233 миллион һумға тауар етештергән.







