Өфөнөң «Гидравлика» агрегат предприятеһын заводҡа нигеҙ һалыныуға 85 йыл

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң «Гидравлика» агрегат предприятеһын заводҡа нигеҙ һалыныуға 85 йыл тулыу менән ҡотланы.

Социаль селтәрҙә төбәк башлығы әлеге ваҡытта «Технодинамика» «Ростех» дәүләт корпорацияһы холдингына ингән предприятиены республиканың сәнәғәт флагманы тип атаған.

«Бында авиация һәм ракета-космос тәғәйенләнешендәге продукция етештерелә. «Гидравлика» илебеҙ өсөн мөһим стратегик проекттарҙа ҡатнаша, Рәсәй самолеттарына изделиелар эшләй. Улар арһында МС-21, ТУ-214 пассажир лайнерҙары, яңы Ил-96-400М һәм башҡалары бар. Предприятие ветерандарына, етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәренә ысын күңелдән намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәм. «Гидравлика» коллективына яңы һөнәри уңыштар теләйем» тип яҙған республика етәксеһе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ