Өфөлә «Локодзюдо» халыҡ-ара балалар лигаһының дүртенсе этабы тамамланды

СССР-ҙың спорт мастеры Фәрит Дәүләтшин иҫтәлегенә арналған ярыштарҙа 13 йәшкә тиклемге дзюдосылар ҡатнаша. Йыл һайын үткәрелгән турнирҙа рекорд ҡуйылды. Был юлы -1000-дән ашыу спортсы үҙ көсөн һынаны.

Локодзюдо балалар араһында иң күләмле ярыштарҙың береһе. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, төрлө илдәрҙән иң көслө спортсылар ҡатнаша. Быйылдан турнир халыҡ-ара статусҡа эйә. Өфөгә 8 сит ил вәкиле килде. Улар - Әрмәнстан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан, Грузия,Ҡаҙағстан, Тажикстан, Белоруссия һәм Үзбәкстан. Рәсәй спортсылары 38 төбәктән йыйылды.

Ысын байрам. Күсәгилешлек, дуҫлыҡ байрамы һәм ярыш сәме. Быны айырым билдәләргә теләйем.

Владимир Кузнецов, Башҡортостандың дзюдо федерацияһы президенты

«Локодзюдо» буйынса ярыштар 4-се йыл рәттән Башҡортостанда уҙа. Башта турнир Туймазыла ойошторолған. Ике йыл элек спорт сараһы Өфөгә күсерелгән.

Турнир географияһы, спортсылар һаны буйынса башҡа төбәктәрҙә үткән бөтә рекордтарҙы ла уҙып китте.

Денис Буяк, Дзюдо буйынса ярыштарҙың баш судьяһы

Йыл барышында «Локодзюдо» турниры 11 этапта уҙа. Һәр осрашыу йомғаҡтарынан дзюдосылар рейтинг мәрәйҙәре йыя. Тап ошо мәрәйҙәр буйынса спортсылар киләһе этапҡа һайлап алына.

Үҙенсәлекле спорт байрамы. Был сара балаларға беҙҙең республикаларыбыҙ менән яҡындан танышыу, аралашыу мөмкинлеге бирә.

Әлим Ғаданов, «Локомотив» Рәсәй-спорт йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары, дзюдо буйынса атҡаҙанған спорт мастеры
Башбат

Спортсыларҙың да, тамашасыларҙың да эмоциональ һәм көсөргәнешле осрашыуы 38 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында финалда булды. Татамиҙа миҙгел рейтингы лидерҙары Самир Абазов менән Әмин Айбазов осрашты. Өс минут дауамында улар мәрәй йыйыу өмөтө менән ныҡышмалы көрәш алып барҙы. Һөҙөмтәлә Әмин Айбазов еңеүсе.

Бигерәк тә һуңғы осрашыуҙы билдәләмәксемен. Финалда бик ауыр булды, сәмле көрәш тулҡынландырҙы. Беренсе урынды яулауыма сикһеҙ шатмын.

Әмин Айбазов, Дзюдо буйынса ярыш еңеүсеһе

Локодзюдо балалар лигаһы турнирҙары 8-се йыл рәттән үткәрелә. Сара үҙенең оҫталығын, тупланған тәжрибәһен күрһәтеү мөмкинлеген бирә.

Һәр спортсыла тиерлек ҙур залдан ҡурҡыу тойғоһо бар. Шуға ҡарамай беҙ ярыштарҙы ҙур залдарҙа үткәрергә тырышабыҙ. Унда көйәрмәндәр, спортсылар күп йыйыла,биҙәлеш тә яҡшы. Йәштән был спортҡа ылығыу күптәргә ҡыйыулыҡ өҫтәй.

Морат Хашев, «Локодзюдо» балалар лигаһы президенты

Дзюдосыларға ярыштың тағы ла 7 этабын үтәһе бар. Һәр ауырлыҡ категорияһынан юғары рейтинг мәрәйҙәре йыйғандан һуң иң көслө 9 спортсы декабрҙә Мәскәүгә суперфиналға юллана.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ