Быға тиклем «Чистотел» социаль адаптация үҙәге коммерция булмаған ойошма тарафынан мохтаждар өсөн бушлай мунса комплексы булдырылғайны. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр ғына 700-ән ашыу инвалид йыуыныу хеҙмәте менән файҙаланған. Уларҙы өйҙәренән алып килеү йүнәлешендә социаль такси ла эшләй. Сәнәғәт зонаһында урынлашҡан биләмә халҡы өсөн галокамера асылыуы - көтөп алынған ваҡиға. Тоҙ бүлмәһе бағыусылар ярҙамында ойошторолған.
Тоҙ бүлмәһен асыу тантанаһына урындағы халыҡ күпләп йыйылды. Үҙешмәкәр коллективтар концерт менән сығыш яһаны. Сара аҙағында һәр кем галотерапия буйынса бушлай сеанстарға яҙыла алды. Процедура үпкә һәм тын юлдары ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалауҙа һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе һанала.






