25 майҙа старт алған экологик сара өсөнсө йыл үткәрелә. Ул Президент Владимир Путин ҡарары буйынса тормошҡа ашырылған «Экология» милли проектына булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторола.
Проекттың төп маҡсаты - зарарлы матдәләр сығарыуҙы кәметеү һәм атмосфераны һаҡлауға иғтибар йәлеп итеү. Проект үҙ ҡалаһының экологияһына битараф булмаған миллионлаған кешене берләштерә. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 5000-гә яҡын кеше 1000 велосипедсы көнөндә «Таҙа һауаны һайлайым» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Спорт сараһы театр-концерт берләшмәһе майҙанында балалар бейеү студияһы флешмобынан башланды. Ижади коллективтар сығыш яһаны, билдәле тренерҙар физик күнекмәләр ойошторҙо.
Акция 25 майҙан 22 сентябргә тиклем үтә. Уның йомғаҡтары буйынса бөтә донъя автомобилдән баш тартҡан көндә лидер ҡалалар иғлан ителә.




