Спорт инвентары уңышлы һынау үткән. Шунлыҡтан Ватан ҡорамалына заказдар ҙа бер-нисә йыл алдан ҡабул ителә башлаған. Фитнес-клубтарҙы төрлө ҡорамалдар менән йыһазландыра алған Сермән ауылындағы завод тураһында БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Сермән ауылынан Руслан Муллабаев Урал спорт инвентары заводында дүртенсе йыл эшләй. Быға тиклем уға айлап Себер юлын тапарға тура килгән. Өйләнгәс тә, тыуған ауылында төпләнеп, урындағы заводҡа эшкә төшә. Предприятие йортҡа ла яҡын, хеҙмәт хаҡы ла ҡәнәғәтләнерлек.
Белорет районындағы предприятие ун йыллап эшләй. Ошо ваҡыт эсендә спорт ҡорамалдарын етештереү өлкәһендә уңыш ҡаҙанып, бөгөн илдә алдынғылар иҫәбенә ингән. Заказдар ҙа күп төрлө. Завод етәкселеге лә яңынан-яңы эҙләнеүҙәр өҫтөндә.
Йәмғеһе ете йөҙләп төр спорт ҡорамалы иҫәпләнә. Улар етештерелеп тора, шунда уҡ һынау ҙа үтә. Мәҫәлән, йүгереү тренажеры илдең бер заводында ла сығарылмай. Шунлыҡтан белореттар импортты тулыһынса алмаштырыуға ирешкән.
Импортты алмаштырыусы продукцияны үҫтереүгә Урал спорт инвентары заводы өс йыл эсендә генә 75 миллион һумдан ашыу аҡса һалған. Дәүләт ярҙамы ла ингән. Реабилитация сараларына йүнәлтелгән ҡорамалдар етештереүгә предприятие Радий Хәбиров инициативаһы буйынса субсидия алыуға өлгәшә. Белорет ҡалаһында асылған суйын ҡойоу производствоһы ла сығымдарҙы күпкә кәметкән. Уны ойоштороу өсөн республика инженер коммуникацияларын тоташтырыу, шулай уҡ һалым ташламалары үҙ өлөшөн индергән.
Предприятие райондың социаль тормошонда әүҙем ҡатнаша, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә. «Атайсал» проекты сиктәрендә генә завод Сермән халҡы өсөн заманса балалар майҙансығын төҙөгән. Предприятие спорт менән өйҙә, йә залда ғына түгел, асыҡ һауала шөғөлләнеүҙә рухландыра. Урал заводы тренажерҙарын төҙөкләндереү программаһында ҡатнашҡан «башҡорт ихаталары»нда күрергә мөмкин.
Азат Ғәлиуллин



