Яңылыҡтарҙы Өфө ҡалаһының 450 йыллығына баш ҡаланың почетлы граждандары тураһында видеояҙмалар циклы дауам итә.
Ҡатмарлы, яман сирҙән меңәрләгән ҡотҡарылған ғүмерҙәр өсөн, гүйә уның үҙенең ғүмере лә оҙоная ғына. 92 йәшендә лә ул егеттәрсә ныҡ баҫып, йүгереп йөрөй. Совет һәм Рәсәй табип-хирург-онкологы, медицина фәндәре докторы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған табибы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфөнөң почетлы гражданы Рәшит Баҙыҡов тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙма.
Хәҙер республика клиник онкология диспансерына ул, ғәҙәттә улы менән күрешергә инә. Рәшит Баҙыҡовтың эшен улы Руслан дауам итә. Осрашыуҙа һүҙ шәхси донъя мәшәҡәттәре тураһында түгел. Пациенттарҙың ауырыу тарихы һәм уларға юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү тураһында. Клиникала бының өсөн шарттар бар, элек иһә бөтөнләй икенсе ысулдар менән эшләргә тура килгән. Республиканың онкология өлкәһендәге ҡаҙаныштары Рәшит Баҙыҡов кеүек үҙ эшенең алтын оҫтаһы булған табиптарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте нигеҙендә үҫкән һәм ҡоролған.
Рәшит Баҙыҡов 1932 йылдың 20 июлендә Саҡмағош районы Митро-Әйүп ауылында тыуған. Хеҙмәт юлы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында колхозда башланған. Һуғыштан һуң ул Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған.
46 йыл буйы ул торакаль онкология бүлеге мөдире вазифаһында эшләй. Ун өс меңдән ашыу ҡатмарлы операция яһай. 1968 йылда уға Башҡорт АСССР-ында беренсе булып юғары категориялы хирург-онколог квалификацияһы бирелә. 82 йәшенә тиклем ул ҡатмарлы операциялар эшләй. Үҙенең белгәндәрен ул хәҙер йәш быуын менән бүлешә. Операция бүләмәләрендә «Баҙыҡов мәктәбе»н үткәндәр кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн тырыша.
1994 йылда уға «Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн» Өфөнөң почетлы гражданы тигән маҡтаулы исем бирелә.
Ҡатыны Дилара Абдулла ҡыҙы менән улар табиптар династияһына нигеҙ һалған. Ҡыҙҙары вузды тамамлағандан һуң 13-сө дауаханала эшләй башлаған һәм хәҙерге көндә лә шунда хеҙмәт итә. Бәхетле пар ейән-ейәнсәрҙәр шатлығында йәшәй.
Табиптар йәшәгән фатирҙан йыш ҡына гармун көйҙәре ағыла. Рәшит Ғәзиз улы ял ваҡыттарында ҡулына гармунын алып элекке моңло йырҙарҙы башҡарырға ярата.
Хаҡлы ялда булһа ла, һәр көнө алдан ҡоролған план буйынса үтә. Беҙҙең менән осрашыуҙан һуң да 92 йәшлек уҙаман Өфө урамдары буйлап автомобилдә үҙе рулдә йәш белгестәргә консультация үткәрергә юлланды.
Рәмилә Исмәғилева






