Михаил Мишустин 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән проекттар әҙерләнеүе тураһында хәбәр итте. Татьяна Голикова Ғаилә проекты кураторы була. Йәштәр һәм балалар, туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ йүнәлеше өсөн Дмитрий Чернышенко, Йәшәү инфраструктураһы өсөн Марат Хөснуллин, Транспорт системаһы һәм Пилотһыҙ авиация өсөн Виталий Савельев, Һөҙөмтәле иҡтисад, яңы энергетика технологиялары өсөн Александр Новак яуаплы. Шулай уҡ экологик именлек, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге, Етештереү һәм автоматлаштырыу, Мәғлүмәт иҡтисады йүнәлештәре бар. Декабргә тиклем бөтә яңы проекттар раҫланырға тейеш.




