Төп маҡсаттар - халыҡты һаҡлап ҡалыу, кешеләр сәләмәтлеген нығытыу, йәшәү шарттарын яҡшыртыу. Шулай уҡ иҡтисади тотороҡлоҡто тәьмин итеү, технологик суверенитетҡа ирешеү, кадрҙар әҙерләү йүнәлештәрендә эш алып барылырға тейеш. Владимир Путин стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет ултырышында шулай тип белдерҙе. Ултырышта Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Владимир Путин белдереүенсә, йәй аҙағына тиклем яңы милли проекттар тулыһынса әҙер булырға тейеш. Әле илдә ғәмәлгә ашырылған проекттар 2018 йылда ҡабул ителде. Улар иҡтисади үҫеш, йәшәү өсөн уңайлы шарттар, кеше капиталы йүнәлештәрен эсенә ала. Киләһе йылда яңы проекттар ғәмәлгә ашырыла башлай. Улары ғаилә, әүҙем тормош, кадрҙар, йәштәр һәм балалар, заманса иҡтисадҡа ҡағыла.




