Яҙғы сәсеү 72 процентҡа теүәлләнгән. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, хужалыҡтар орлоҡ һәм техника менән тәьмин ителгән. Быйыл баҫыуҙарға 150 техникаға күберәк сыҡты. - Агросәнәғәт комплексында тракторҙар паркы яңыртыла, һөҙөмтәлә, һуңғы өс йылда сәсеү ҙә тиҙерәк башҡарыла, тине Илшат Фәзразманов. Республикала техника паркын яңыртыу буйына программа ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, хужалыҡтарға сығымдарҙың яртыһы ҡайтарыла. Биш йылда 7 миллиард һумдан ашыу субсидия бирелгән.




