Мәскәүҙә 32 йыл элек Өфө нефть эшкәртеү заводында ғәҙәттән тыш хәлде иҫкәртеүселәргә республиканың юғары наградалары тапшырылды. Улар 1991 йылда Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡырыная башлаған 150 метр бейеклектәге сәнәғәт торбаһын шартлатып дөрөҫ йүнәлештә ауҙара. Техноген фажиғәгә һәм сәнәғәт предприятиеһы юҡҡа сығыуына юл ҡуйылмай. Был ваҡиға хатта Гиннестың рекордтар китабына индерелә. Бөгөн ҡотҡарыусылар эше уҡытыу методикаһында ла ҡулланыла.







