Башҡортостанда "Салауат йыйыны"на әҙерләнәләр

Республика фольклор байрамы 16 июндә була. Ул Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға бағышлана. Халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ат сабышы, көрәш буйынса турнир, театрлаштырылған тамаша, тирмәләр конкурсы, балалар һабантуйы, "Салауат батыры", "Йөҙөк ҡашы-Зөләйха" бәйгеләре ҡаралған. Байрам Салауат районында уҙғарыла.

Фото №1 - Башҡортостанда "Салауат йыйыны"на әҙерләнәләр
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ