Унда илдең төрлө төбәктәренән 16 ижади коллектив ҡатнаша. Татарстан, Удмурт республикалары, Ханты-Мансы автономлы округы, Пермь, Красноярск крайы һәм башҡа өлкәләрҙән киләләр. Спектаклдәр Өфө театрҙары сәхнәләрендә ҡуйыла. Фестиваль 2 июндә башлана һәм 9-ына тиклем дауам итә.







