Республикала тимер юл менән йөрөүселәр арта

Куйбышев тимер юлы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Новиков  ошо турала белдерҙе. Ул тимер юлдың 150 йыллығы уңайынан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында сығыш яһаны. “4 айҙа поездарҙа 1 миллион 700 мең пассажир йөрөгән. Был һан, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 22 ярым процентҡа күберәк”, - тине Дмитрий Новиков. Ул маршруттарға яңы поездар сығыуы хаҡында ла белдерҙе.

Республикала тимер юл менән йөрөүселәр арта

Дмитрий Новиков белдереүенсә, ҡала яны поездарының маршруты оҙайтыла. Тимер юл транспорты туристар ағымын арттырыуға ла булышлыҡ итә. Былтыр “Урал легендаһы” һәм “Айғыр” поездарында 100 мең самаһы пассажир йөрөтөлгән.

Фото №1 - Республикала тимер юл менән йөрөүселәр арта
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ