Радий Хәбиров Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса федераль совет ултырышында ҡатнашты

Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса федераль совет ултырышында ҡатнашты. Кәңәшмәне Владимир Путин үткәрҙе. Төп тема - 2030 йылға һәм 2036 йылға тиклем илде үҫтереүҙең милли маҡсаттары тураһындағы указ положениеларын тормошҡа ашырыу. Был эштә төбәк һәм муниципаль командаларҙың тырышлығы ҙур роль уйнай, тип билдәләне дәүләт башлығы.

Башҡортостан милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр республикала 42 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Иң ҙур объекттар иҫәбендә - балалар онкология һәм гематология үҙәге, юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының беренсе сираты. Милли проекттар буйынса медицина учреждениеларына 4 меңдән ашыу берәмек заманса ҡорамал ҡайтарылаған, 98 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм амбулатория ҡуйылған, 185 медицина автомобиле һатып алынған. Бынан тыш, Башҡортостан төбәктәрендә 17 мәҙәниәт объекты ремонтланған һәм 123 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ